Тупраҡҡа ла әллә ни талапсан түгел, тик ҡышҡылыҡҡа ҡар аҫтында ҡалдырырға кәрәк. Яҡшы тәрбиәләнгән ҡыуаҡ 5–7 килограмм емеш бирә. Кәмендә өс-дүрт төп ултыртырға кәрәк, сөнки бер генә ҡыуаҡ үҙен-үҙе һеркәләндермәй. Емештәре һары, ҡатыраҡ, хуш еҫле. Биологик актив матдәләргә бай булғанға күрә, юғары баһалана. Органик кислоталар, С витамины, глюкоза, фруктоза күп. Емешен склерозды, гипертонияны, орлоғонан яһалған төнәтмәне күҙ ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланалар. Хужабикәләр ҡайнатма, желе, мармелад та әҙерләй ала. Хәҙер үҫентеләрҙе баҙарҙа ла һаталар.