+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
23 Августа 2022, 06:00

Үлән табын нисек бөтөрөргә?

Йәй көндәрендә кейемгә үлән табы тейеү – ғәҙәти хәл. Йәшел тап кейемгә һеңеп өлгөрһә, тиҙ генә йыуып та бөтөрөп булмай. Ләкин был хәлдән сығыуҙың һөҙөмтәле ысулдары бар.

Үлән табын нисек бөтөрөргә?Үлән табын нисек бөтөрөргә?
Үлән табын нисек бөтөрөргә?

Джинсы салбарҙан, кизе-мамыҡ туҡыманан булған кейемдәрҙән үлән табын сығарыу бик еңел түгел. Шуға ла тап кипкәнсе уны таҙартыу хәстәрен күрегеҙ. Кейемде йыуыр алдынан ярты сәғәткә тоҙло һыуға һалып торорға кәрәк. 1 стакан ҡайнар һыуға 2 аш ҡашығы иҫәбенән тоҙ ҡушыла. Унан бер аҙ кер һабыны һөртөп ҡуйығыҙ һәм йылымса һыуҙа йыуығыҙ. Әгәр тап улай ғына бөтмәй икән, аш һеркәһе ҡулланырға мөмкин. Ул да таптарҙы юҡ итергә булыша. 100 миллилитр йылы һыуға 1 аш ҡашығы аш һеркәһе ҡушырға кәрәк.

Таплы урынға, әҙерәк еүешләп лимон кислотаһы һибергә лә мөмкин. Кейемде 30 – 40 минуттан ғәҙәттәгесә йыуырға була.

Фото: sdelai-lestnicu.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас