Уларҙы һауыҡтырыу өсөн һатыусы байтаҡ аҡса түгә. Ни тиклем сығымы күп булһа, шул тиклем халыҡтан һура. Әммә уның һайын ғәзиздәре нығыраҡ сирләгән.
Бер ваҡыт Измаил кибетенең ишек алдында уйланып ултырғанда, ҡапыл бер нисә минутҡа ғына күк көмбәҙе асылып киткәндәй була. Нимә булды икән, тип һауаға башын күтәреп ҡараһа, бизмән янында ике фәрештәнең Хоҙайҙан кемгә ниндәй өлөш төшкәнен яҙып, үлсәп торғанын күрә. Сират Измаилдың ғаиләһенә ла етә. Балаларға һаулыҡ бүлер ваҡыт еткәс, бизмән туҫтағына уны аҙыраҡ һалалар, ә гер һауыты барыбер еңә. Асыуы килгән сауҙагәр быларға ҡысҡырып ебәрә, шул саҡ тегеләрҙең берәүһе уға боролған да былай тигән: «Үлсәм дөрөҫ. Ниңә ҡотораһың? Һатып алыусыларыңа күпме һалып еткермәйһең, беҙ ҙә һиңә шул саҡлыны биреп бөтмәнек. Хоҙай алдында дөрөҫлөктө шулай иҫбатлайбыҙ».
Ҡапыл Измаилға үҙен ҡылыс менән телгән кеүек булып китә. Ҡылған гонаһтары өсөн бигерәк тә ныҡ үкенә. Тормошон, балаларын күҙ алдына килтереп, әсе күҙ йәштәре менән илай-илай ҙа, башҡаса бер ҡасан да халыҡты алдамаҫҡа һүҙ биреп, тәүбәгә килә. Шунан башлап һатыусы дөрөҫ итеп кенә үлсәп ҡалмаған, ә саҡ ҡына артығыраҡ та өҫтәп ебәрер булған. Ә балаларына һаулыҡ яңынан әйләнеп ҡайтҡан.
Һаран ике түләр, тиҙәр бит.
Фото: psychologos.ru