Шуны ла оноторға ярамай: аҡылы самалы, әммә аҡыллы булып күренеү өсөн өндәшмәгән кешеләр ҙә була.
***
Теле алама, тибеҙ. Теле түгел, күңеле алама ул бәндәнең.
***
Беренсе мөхәббәт – һуңғы мөхәббәт тә ул.
***
Тормош тәжрибәһе – үҙ һабаҡтары өсөн бик ҡиммәт алыусы уҡытыусы, әммә унан да һәйбәт уҡытыусы юҡ, тигән бер аҡыллы әҙәм.
***
Мостай Кәрим иҫән саҡта мин бындай әйтем сығарғайным: “Оҫта барҙа ҡулыңды тый, Мостай барҙа телеңде тый”. Хәйер, “Мостай барҙа ҡулыңды тый” тиһәң дә дөрөҫ булыр ине. Йәғни, сейле-бешле нәмәләр яҙған ҡулыңды…
***
Уҡыусының мөхәббәтен яулау өсөн тау-тау әйбер яҙыу мотлаҡ түгел. Уның күңелен ҡайтарыу өсөн дә бер бешмәгән әҫәр етә.
***
Бәғзе бер әҙиптәргә “Халыҡ шағиры” йәки “Халыҡ яҙыусыһы” исеме бирелгәс кенә халыҡ уларҙың барлығын белә.
***
Әҙәби әҫәр үҙен ижад итеүсенән юғарыраҡ була алмай, тигән инглиз яҙыусыһы Айрес Мердок. Ул йәнә былай тигән: “Беҙ һәр ваҡыт нимәнелер юғалтабыҙ һәм уны киләсәктә табырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Был осраҡта боронғоларҙың, бер йылғаға ике тапҡыр инеп булмай, тигән әйтеме урынлы. Беҙҙең юғалтыуҙарыбыҙ мәңгелеккә юғала”.
Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.