+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән
26 Августа 2022, 07:00

Хоҡуғыңды беләһеңме?

(Ата-әсәләр иғтибарына!) Яңы уҡыу йылы алдынан күп балалы ғаиләләргә ҡайһы бер хоҡуҡтары хаҡында белем ҡамасау булмаҫ.

Хоҡуғыңды беләһеңме?Хоҡуғыңды беләһеңме?
Хоҡуғыңды беләһеңме?

Ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһы хаҡын компенсация рәүешендә кире ҡайтарырға мөмкин. Мәктәптә йәки дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаһында уларҙы бушлай ашатыу ҡаралған. Күп балалы ғаиләләрҙән I cиныфҡа уҡырға барғанда мәктәп кәрәк-ярағы бирелә.

Был ташламалар ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарауын раҫлаған белешмә менән нығытыла.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8(347) 200-80-80 телефоны буйынса (8.30-ҙан 17.30 сәғәткә тиклем, йома 8.30-ҙан 17.00 сәғәткә тиклем) бирергә мөмкин, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тулыраҡ мәғлүмәт ошо сайтта бар: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/474..

"Башҡортостан" гәзитенән.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас