*Иҙән вазаһы яһарға теләһәгеҙ, ваза алығыҙ ҙа уны иҙәнгә ултыртығыҙ.
*Луврға бармайынса, Мона Лизаның серле йылмауын күргегеҙ килһә, ҡатыныңдан, эш хаҡын ҡайҙа ҡуйҙың, тип һорағыҙ.
*lӨфөнөң Балет театры сәхнәһендә бейегең килһә, төнгө сәғәт 12-нән һуң вахтерға мөрәжәғәт ит.
*Япраҡтар ҡойолғанда эш әҙерәк булһын өсөн уларҙы ағасында саҡта уҡ яндырығыҙ.
*Ул тауыш ҡуптарамы? Күп урынды аламы? Ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйһегеҙме? Улығыҙҙы әрмегә бирегеҙ.