+22 °С
Дождь
Төрлөһөнән
28 Августа 2022, 07:00

Яралар тулыһынса уңалмай

Ҡыҙыу һәм тотанаҡһыҙ холоҡло улын атаһы нисек тә бул­һа һәйбәт яҡҡа үҙгәртергә тырышҡан. Бер көндө уға ҡаҙау һалынған һауыт менән сүкеш тотторған:

Яралар тулыһынса уңалмайЯралар тулыһынса уңалмай
Яралар тулыһынса уңалмай

– Асыуың ҡабарған һайын ағасҡа береһен ҡаҡ, һуңынан нимә булғанын күрерһең, – тигән улына серле ҡараш ташлап.
Беренсе көндән үк кәртә бағанаһында ҡырҡлаған сөй барлыҡҡа килгән. Икенсе аҙна улар ике тиҫтәгә кәмегән. Көнөнә әллә нисә ҡаҙау ҡаҡҡансы, аҙыраҡ ҡыҙыулыҡты кәметергә кәрәк икәнлеген егет аңлаған.
Ахырҙа, шундай көн еткән, уға үҙен-үҙе ҡулға алып, бер тапҡыр ҙа сүкеш тоторға тура килмәгән. Был уңыштары ха­ҡында атаһына һөйләгән, ә ҡарт былай тигән:
– Хәҙер, киреһенсә, холҡоңдоң торошона ҡарап, сөйҙәрҙе кире һурып ал.
Йәнә бер аҙ ваҡыттан һуң, үҫмер атаһына килеп, ағаста бер генә лә ҡаҙау ҡалмағанлығын хәбәр иткән. Ә ул улын етәкләп алған да кәртә янына килтереп:
– Һин эште арыу ғына баш­ҡарып сыҡтың, әммә күрәһеңме, бағанала күпме тишек яһа­ғанһың? Ағас хәҙер бер ҡасан да элекке хәленә ҡайтмаясаҡ. Кешене лә бит ауыр һүҙ әйтеп рәнйетһәң, уның хәтерендә ошондайыраҡ йөй ҡала. Күпме генә ғәфү үтен­һәң дә, тән яраһы төҙәлә, ә күңел яраһы уңалмай.

Фото: slushano.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас