-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2022, 13:00

25 мең һум – уға кем иҫәп тота ала?

Рәсәй граждандарына Пенсия фондынан бер тапҡыр ғына бирелә торған түләүҙәр хаҡында һөйләнеләр. Күп осраҡта уның күләме 25 мең һум тәшкил итәсәк. Был пособиены ғариза тапшырғандан һуң алырға мөмкин.

25 мең һум –  уға кем иҫәп тота ала?
25 мең һум – уға кем иҫәп тота ала?

Ведомство белгестәре аңлатыуынса, бер тапҡыр түләнгән аҡсаға ғаиләлә бала тыуған бөтә граждандар ҙа иҫәп тота ала. Пособиены баланың биологик ата-әсәһе лә, сабыйҙы балалар йортонан алған кешеләр ҙә ала ала, йәғни һүҙ уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар, тәрбиәгә бала алған ата-әсәләр, опекундар һәм попечителдәр хаҡында бара. Балаһы тыуған һәр кемгә дәүләт бер тапҡыр бирелә торған түләү бирә, ә Рәсәй Пенсия фонды быйылдан бындай аҡсаны эшләмәгән кешеләргә генә күсерә, сөнки эшләүселәр эш биреүселәрҙән аҡса ала. Түләүҙең күләме бөтә төбәктәрҙә лә 20 мең һум самаһы тәшкил итә, ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа пособие 25 мең һумға тиклем арттырыла. Ошондай сумманы йәшәгән урынында район коэффициенты булған граждандар алырға мөмкин. Бындай райондар илебеҙҙә бик күп, шул иҫәптән Алыҫ Көнсығышта ла, Себерҙә лә.

Фото: https://www.glavbukh.ru/news/32040-25-000-rubley-na-rebenka-kto-smojet-poluchit-maksimalnuyu-vyplatu

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас