+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2022, 16:00

Һәр кемдең үҙ хыялы

Уҡытыусы «Минең хыялым» тигән темаға инша яҙыр­ға бирә. Фәҡир генә ғаиләлә тәрбиәләнгән малай: «Үҫкәс, ҙур фермам буласаҡ, унда мал аҫрап, ғаиләм өсөн бик күп аҡса эшләйәсәкмен», – тип теләген белдерә. Тикшерелгән иншаһын кире ҡулына алғас, малай аптырап китә. 

Һәр кемдең үҙ хыялы
Һәр кемдең үҙ хыялы

Унда «ноль» билдәһе ҡуйылған. Уҡытыусы эргәһенә килеп:
– Һеҙ, ни өсөн миңә шундай баһа ҡуйғанығыҙҙы аңлатып бирә алмаҫһығыҙмы икән? – тип һорай үҫмер.
– Унда нимә яҙғандарыңды үҙең аңлайһыңмы һуң? Һис тә ысынбарлыҡҡа тап килмәй, – ти уҡытыусы.
– Ни өсөн?
– Осон осҡа ялғап йәшәгән ғаиләнең ҡайҙан ул тиклем малы булһын инде? Һәйбәт билдә алғың килһә, иншаңды яңынан яҙып бир.
Кәйефе ҡырылған малай­ҙың башына бүтән бер уй ҙа килмәй, сөнки уның бит иң ҙур хыялы ошо ине. Шулай ҙа кәңәш һорап атаһына бара.
– Нимә эшләйем икән? – тип хәлде уға һөйләп бирә.
Атаһы:
– Үҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итерһең, тип уйлайым, улым, ҡыйыу бул! Юлыңда осраған кәртәләрҙе йырып сыға белергә тырыш.
Үҫмер яңынан аҡ ҡағыҙ бите ала ла тап-таҙа итеп элекке ин­шаһын күсереп бирә. Ә уның аҙағында: «Һәр кемдең үҙ фекере була, һеҙ ҡуйған баһаға ғына ҡарап минең хыялым барыбер үҙгәрмәйәсәк», – тип яҙып ҡуя.
Ысынлап та, бөгөнгөнө күҙ­аллап ҡына кешенең киләсәген анализлап булмай. Сөнки белеп торабыҙ, тормошта төрлө хәлдәр осрай: кемдер балда-майҙа йөҙөп, ата-әсәһе мәрхүм булғас, уларҙан ҡалған әҙер донъяны үҙенең йүнһеҙлеге арҡаһында бик тиҙ туҙҙырып бөтә. Ә берәүҙәр фәҡир генә үҫһә лә, уңған, зиһенле булғас, юҡтан бар яһап, бынамын тигән итеп донъя көтә башлай.

Фото: Яндекс.Дзен

 

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас