Грамоталыҡты арттырыуҙың биш ысулын тәҡдим итәбеҙ.
- Диктант яҙ. Уның ярҙамында грамоталыҡты тикшереп кенә ҡалмайҙар, ә арттыралар ҙа.
- Күберәк уҡы һәм һүҙлектәрҙе ҡара.
- Ҡысҡырып уҡы. Уҡығанда һәр ауазды ҡысҡырып әйтеү белемлелекте тағы ла күбәйтә.
- Күсереп яҙ. Һөйләмде уҡы ла уны иҫеңдә ҡалғансы ҡабатла, осраған орфограммаларҙы билдәлә, яҙғас, дөрөҫлөгөн тикшереп сыҡ.
- Ребус, кроссворд, анаграммалар сис.
Башҡа төрлө һүҙ уйындары ла грамоталыҡты арттырыуға булышлыҡ итә.
Фото: infourok.ru