-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Сентябрь 2022, 17:00

Был кәңәштәр ярап ҡалыр...

*Кейемдән ваҡ сүпте йыйыу өсөн тәғәйенләнгән йәбешкәк роликты абажурҙы саңдан таҙартыу өсөн дә ҡулланырға була. Бының өсөн ябай киң скотч та йәтеш.

Был кәңәштәр ярап ҡалыр...
Был кәңәштәр ярап ҡалыр...

*Был ролик менән сумка эсен таҙартырға ла мөмкин.

*Пластик контейнерҙы яҡшылап йыуһаң да, еҫте бөтөрөүе ауыр. Эсенән гәзит киҫәген йомарлап һалып тороу унан ҡотолорға ярҙам итер.

*Йылытҡыс (грелка) та кәрәк булып китә ҡайһы саҡ. Ҡул аҫтығыҙҙа ғына аптеканан алғаны булмаһа, был маҡсатта пластик шешәне ҡулланыу – иң отошлоһо. Тағы ла бер ысул бар: бәләкәй туҡыма ҡапсыҡҡа ярма тултыралар ҙа микротулҡынлы мейестә 15 минут тоталар. Бик шәп йылытҡыс килеп сыға.

*Металл әйберҙәргә буяу яҡшы ятһын өсөн, буяр алдынан аш һеркәһе менән һөртөп сығырға, шунан киптерергә кәрәк.

                                             

“Башҡортостан ҡыҙы” журналынан.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас