

2015 йылдан эшләп килгән компания үҙебеҙҙең сеймалды, Стәрлетамаҡ содаһын һәм Илецк тоҙон ҡуллана. 2019 йылда унда органик төр продукттар – сәс өсөн шампунь, бәлзәм, тәнде йыуыу өсөн гель, шыйыҡ һабын, ванна инеү өсөн башҡа төр саралар етештерә башлағандар. “Фабрик косметик”тың ассортиментында – 250-нән ашыу төр продукция. Улар Рәсәйҙең 91 ҡалаһына һәм донъяның 3 иленә тарала.
Фото: Fabrik Cosmetology