

Һәр уҡыусы үҙенең күҙлегенән сығып, ете мөғжизәне ҡайҙа, нисек күргәнлеген яҙырға тейеш. Дәрес аҙағында Кәрим бер ҡыҙҙың һаман да уйланып ултырғанын күрә лә:
– Зилә, һиңә ярҙам кәрәкмәйме? – тип һорай.
– Икеләнеп ултырам әле. Ер йөҙөндә мөғжизәләр шул тиклем күп икән. Береһен алһаң, икенсеһе үпкәләр һымаҡ.
– Әйҙә, беҙгә лә уҡып ишеттер әле һайлағандарыңды.
– Була ул. Минең өсөн донъяның ете мөғжизәһе: 1. Күреү. 2. Ишетеү. 3. Хәрәкәт итеү. 4. Тойоу. 5. Һиҙеү. 6. Көлөү. 7. Яратыу.
Синыф бүлмәһендә тынлыҡ урынлаша...
Фото: Vk