+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Сентября 2022, 07:00

“Ата-әсә даны” орденына эйә булыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

“Герой-әсә” исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар 1 миллион һум аҡса аласаҡ. Ул Президент указы буйынса булдырылды.

“Ата-әсә даны” орденына эйә булыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?“Ата-әсә даны” орденына эйә булыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?
“Ата-әсә даны” орденына эйә булыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

“Ата-әсә даны” ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләрҙе аҡсалата бүләкләү 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем арттырылды.

“Ата-әсә даны” орденының миҙалы менән бүләкләнеүселәргә бер тапҡыр бирелә - ул 200 мең һум күләмендә.

10 йәки унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға “Герой-әсә” исеме бирелә. Ул Рәсәй Федерацияһы Геройы һәм Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройы кеүек юғары дәүләт исемдәре рәтенә инә.

“Ата-әсә даны” ордены 7 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә бирелә. Был орден миҙалы менән 4 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр бүләкләнә.

Фото: russia-true.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас