

Элек транспорт сараһын эвакуациялаған өсөн 1,5 мең һум алһалар, хәҙер 2557 һум түләргә тура киләсәк.
Скутер һәм мотоциклдарҙы махсус туҡталышта һаҡлаған өсөн түләү сәғәтенә 12 һумдан 20 һумға тиклем күтәрелде.
В категориялы, йәғни 3,5 тоннаға ҡәҙәр булған машиналар өсөн сәғәтенә 25 һум урынына 40 һум түләйәсәкбеҙ.
Д категориялы, 3,5 тоннанан ауырыраҡ машиналарға 50 һум урынына 80 һум.
Прицеплы техника өсөн хаҡ 75 һумдан 120 һумға тиклем күтәрелде.
Фото: evakuator7-24.ru