-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Ноябрь 2022, 13:00

11-се айҙың тарихы

Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта боронғо Мысырҙың төп халҡы был айҙы “эпифи” тип атаған. Әлеге кеүек үк. Улар өсөн дә ул ун беренсе ай булып иҫәпләнгән. Ә боронғо Рим халҡы уны “ноуесетебер”, йәғни туғыҙынсы ай тип атаған.

11-се айҙың тарихы
11-се айҙың тарихы

 “Ноябрь” атамаһы латинса “новем” (туғыҙ) тигән һүҙҙән алынған, элек ул ҡыш айы булып һаналған. Боронғо Русь илендә ул тәүҙә туғыҙынсы ай булған. Ә XV быуаттан 1700 йылға ҡәҙәр өсөнсө ай булып килгән һәм “грудень”, йәғни “кантар” исеме менән йөрөтөлгән. “Кантар” – тимәк, тупраҡтың нығыныуы, боҙланыуы. Уны “боҙ айы” тип тә йөрөткәндәр.

Халҡыбыҙҙың боронғо календарында был ай 21-нә тиклем дауам иткән, ә 22-нән “буш” ай башланған. Ысынлап та, ай башында ҡыр эштәре генә түгел, мал-тыуар менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә шаҡтай кәмей бит. Боронғо төрки календары буйынса ноябрҙең төп өлөшө Ҡояштың Саян йондоҙлоғонда булған мәленә тура килә. Ул 21-енә тиклем дауам итә. Һуңынан Уҡсы йондоҙлоғона күсәбеҙ.

Фото: lifeo.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас