-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2022, 14:00

Үрмәкселәр оптик сүс әҙерләй!

Тайвань инженерҙары үрмәксенең ебәген оптик сүскә әйләндереп, һәләтле биосенсор уйлап тапҡан. Бының өсөн: улар 100 микрон диаметрлы оптик сүс алып, ебәкте ҡап-ҡара төҫкә манған.

Үрмәкселәр оптик сүс әҙерләй!
Үрмәкселәр оптик сүс әҙерләй!

Шулай итеп ныҡлы ебәк еп әллә ниндәй асыштарҙа, технологияларҙа ҡулланырға һәләтле материал булып килеп сыҡҡан.

Ғалимдар әйтеүенсә, ошо технологияны мейене, йөрәкте һәм кеше организмының башҡа өлкәләрен өйрәнеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Инженерҙар билдәләүенсә, уларҙы эшкәртеү күп тапҡырға экономиялы, шулай уҡ ҡулланыуҙа ла ябай.

Фото: https://news.rambler.ru/

                                                   

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас