+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Ноября 2022, 06:00

Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...

Хәҙер кемдең генә баҡсаһына кермә, йәшел, ҡара тәлгәштәре тулышып бешкән виноград үҫеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Әлбиттә, беҙҙең шарттарҙа мул уңыш алыу өсөн уны яҡшылап тәрбиәләргә һәм ҡышҡы һалҡындарҙан дөрөҫ итеп һаҡлау зарур.

Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...
Ҡар яуғансы ҡаплап ҡалығыҙ...

Виноградты төнөн  –15-20, көндөҙ -10-15 градусҡа ҡәҙәр һыуыта башлағас ҡына ҡышҡылыҡҡа ҡапларға кәрәк. Ул беренсе һалҡындарҙа сынығыу алырға тейеш.

Тәүҙә ҡартайған һәм зарарланған ботаҡтарын киҫеп ташлағыҙ. Һуңынан һәр төптөң ботаҡтарын айырым йыйып бәйләгеҙ һәм спанбонд, лутрасил (агротекс) менән яҡшылап төрөгөҙ. Аҫтына таҡта киҫәге һалып, ергә ятҡырғандан һуң, өҫтөнә баҡсағыҙҙа үҫеп ҡороған һабаҡтарҙы, йәки ылыҫлы ағас ботағы менән ҡаплағыҙ.

Әгәр ҡар оҙаҡ ятмай икән, виноград өҫтөн иҫке кейем-һалым, одеял менән ябығыҙ.

Фото: adfarm.ru        

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас