Күптән түгел Массачусетсның технологиялар университеты ғалимдары аҡыллы ҡашыҡ уйлап тапҡан. Күп төрлө һиҙгер сенсорҙар менән шыплап тултырылған ҡашыҡ үҙенең мөмкинлектре менән шаҡҡатыра. Мәҫәлән, ризыҡты ҡалаҡҡа алыу менән уның тәме, температураһы, тоҙо һәм башҡа мәғлүмәттәр компьютерға ебәрелә һәм шунда уҡ анализ эшләнә.
Һеҙ аш бешергәндә тоҙон тәмләп ҡарайһығыҙҙыр, эйеме? Әгәр ҙә бындай ҡашығығыҙ булһа, тәмләп ҡарайһы урынға – ҡалаҡты һурпаға манып алыуға ул тағы ла тоҙ өҫтәргәме, юҡмы икәнлеген “әйтеп бирәсәк”. Ябығыу тураһында хыялланыусылар өсөн айырыуса ҙур табыш инде был ҡашыҡ, сөнки ризыҡтарҙағы калорияларҙы һанап интекмәйәсәктәр.
Фото: https://esoreiter.ru/news/