+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Ноября 2022, 05:10

Ташта гөлдәр сәскә атмай

“Ташта яҙ көндәрендә лә гөлдәр сәскә атмай — ҡаты йөрәкле булма. Үҫемлеккә кинәнеп йәшәү мөмкинлеген биргән ерҙәй тыйнаҡлыҡ кәрәк”, — тип өйрәтә динебеҙ.

Ташта гөлдәр сәскә атмайТашта гөлдәр сәскә атмай
Ташта гөлдәр сәскә атмай

Мосолман иплелеге, яҡты йөҙө, матур һүҙе менән эргә-тирәһендәгеләрҙе ҡыуандырып, күңелен үҫтереп йәшәргә тейеш. Кемгәлер ҡаты өндәшеү аралағы күркәм мөнәсәбәтте юҡҡа сығарыр, тормоштоң йәмен ебәрер.
“Бер-берегеҙгә насар һүҙҙәр атмағыҙ, ҡарғамағыҙ, — тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Улай тип әйтеүегеҙ менән шайтанға ярҙам итәһегеҙ, иптәшегеҙҙе бөтөнләй юҡҡа сығарыуығыҙ ихтимал. Ҡарғамайынса, киреһенсә: “Эй, Аллаһ! Уны ғәфү ит, ҡыҙғана күр!” — тиеү яҡшыраҡ. Кешенең хәленә инә белергә, мәрхәмәтле булырға кәрәк”.
Ошолай Хоҙай Тәғәлә хаҡына тыйнаҡлыҡ күрһәтә белгән кешенең иманы ныҡ булыр, дәрәжәһе күтәрелер.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас