-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ноябрь 2022, 09:00

Яҙмышты үҙгәртеп буламы?

Кешенең яҙмышы үҙе тыуғансы үк яҙылған була, тиҙәр бит. Был хаҡта динебеҙ нимә ти? Иң тәү сиратта тәҡдир һәм яҙмыш төшөнсәләре менән танышайыҡ. Тәҡдир  – ул барлыҡ ваҡиғаларҙың ваҡыты, Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡтың мәлен, урынын билдәләгән. Яҙмыш – Аллаһ тарафынан алдан уҡ билдәләнгән күрәсәк — тәҡдир. 

Яҙмышты үҙгәртеп буламы?
Яҙмышты үҙгәртеп буламы?

Был мәғлүмәт ҡайҙа һаҡлана һуң? Күктә һаҡланған тәҡдир яҙыуында – “ләүхүл-мәхфүз”дә. Ғәрәп теленән туранан-тура мәғәнәһе – “һаҡлана торған таҡта”.

Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт былай тип әйткән: “Аллаһы Тәғәлә күктәрҙе һәм ерҙе бар иткәнсе 50 мең йыл алдан кешеләрҙең яҙмыштарын яҙып ҡуйған”.

Ҡөрьәндә былай тип әйтелгән: “Ләүхүл-мәхфүздә (күк китабында) яҙылмайса, йәғни Хоҙай тәҡдир әйтмәйсә, ергә лә, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә лә бер ниндәй бәлә-ҡаза, ҡайғы ирешмәҫ. Был бәлә-ҡазаның буласағын белеү Аллаһы өсөн бик еңелдер” (“Әл-Хәдид/Тимер” сүрәһе, 22-се аят).

Тимәк, яҙмышты үҙгәртеү беҙҙең ихтыярҙа түгел? Был һорауға Рәсүлебеҙҙең түбәндәге хәҙисе яуап бирә: “Юғарыла тәҡдир ҡылынғанды бер ни ҙә үҙгәртә алмай, доғанан ҡала”.

Доға ҡылыуҙың төп маҡсаты – һәр нәмәнең хәйерле тамамланыуын һорау. Шул осраҡта беҙ яҙмышыбыҙҙы хәйерле яҡҡа үҙгәртә аласаҡбыҙ.

Фото: vpoiskaxsebya.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас