+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2022, 15:00

БУЛМАҒАНЫ ХӘЙЕРЛЕ

Рим императорҙарының береһенә үтә күренмәле, һигеҙ ҡырлы бик матур сатыр бүләк иткән булғандар. Эргәһендә йөрөүсе кешеләр был ҡоролманың ни хәтлем зауыҡ менән биҙәлгәненә, көмбәҙенең зиннәтлелегенә оҙаҡ һоҡланған, маҡтап һүҙҙәре бөтмәгән.

БУЛМАҒАНЫ ХӘЙЕРЛЕ
БУЛМАҒАНЫ ХӘЙЕРЛЕ
Араларынан бер уҡымышлы кеше генә өндәшмәгән. Ғәжәпләнеп, батша унан: “Ә һин был бүләк тураһында ни әйтерһең?” – тип айырым һораған ахырҙа.
– Ул һинең бер мохтажлығың барлығын асыҡланы һәм хәсрәтеңде генә арттырҙы, – тигән ҡарт.
– Нисек инде?
– Сөнки, әгәр был әйберҙе юғалтһаң, урынына икенсене алғансы мохтажлыҡ тоясаҡһың. Ә инде сатырыңа нимәлер булһа, мәҫәлән, ул емерелһә, ҡайғыға батасаҡһың.
Ысынлап та күпмелер ваҡыттан императорҙың башына бәлә килгән: ниндәйҙер утрауға сәйәхәт ҡылырға ниәтләгән дә, хеҙмәтселәренә үҙенең карабы артынса кәмә менән әлеге сатырҙы ла тейәп алып барырға ҡушҡан икән, уныһы диңгеҙгә батҡан да ҡуйған. Икенсене эшләргә маташҡандар – килеп сыҡмаған. Ғүмеренең аҙағынаса үкенгән батша зиннәтле сатырын юғалтҡаны өсөн.
Ҡайғыларың аҙыраҡ булһын тиһәң, был донъя ниғмәттәренә артыҡ әһәмиәт бирергә ярамай.
 
Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас