

- Табаны сәй төпрәһе менән һөртһәң, ундағы балыҡ һәм һуған еҫе тиҙ бөтә.
- Боҙола башлаған итте һуған менән ҡыҙҙыралар. Ул иттең еҫен бөтөрә һәм тәмләндерә.
- Һөттө 20 минут самаһы йоҡа кәстрүлдә ҡайнатһаң, ул ҡыҙыл төҫкә инә. Унан шулай ряженка яһарға мөмкин.
- Кер йыуа торған автомат машинаның стеналарына юшҡын ултырһа, уны һеркә ҡушылған һыу менән йыуалар йәки лимон кислотаһы һалып әйләндереп алалар.
- Аш бүлмәһендәге таҫтамалдарҙы таҙартыу өсөн тәүҙә уларға кер һабыны һөртөгөҙ ҙә, белизна ҡушылған эҫе һыуға ебетергә һалығыҙ. 10 – 15 минуттан йыуып алырға ла була. Ныҡ бысранғандарын, өс ҡалаҡ водород перекисен биш литр һыуға өҫтәп, ошо иретмәлә 30 – 40 минут ебетегеҙ. Һуңынан кер һабыны менән ышҡып йыуығыҙ.
- Бүлмәлә төтөн еҫен бөтөрөү өсөн губка элеп ҡуйырға кәрәк.
- Яңы һатып алынған келәмде 1,5 – 2 ай саң һурғыс менән таҙартырға ярамай. Уны еүеш сепрәк уралған һепертке менән һеперегеҙ.
- Аш бешергәндә һурпаға һуған һалһаң, ул үтә күренмәле була.
- Асыҡ һауала йоҡлағанда әйләнә-тирәгә нишатыр спиртында сылатылған ҡағыҙ ҡуйып ятһағыҙ, янығыҙға бер бөжәк тә килмәҫ.
Фото: zen.yandex.ru