+10 °С
Ясно
Төрлөһөнән
30 Ноября 2022, 07:00

Һөнәрле булыуҙың ҡиммәте

Бер бай кешенең улы, һыу буйында йөрөгәнендә ҡыуышта йәшәүсе ярлы ғына балыҡсының ҡыҙын күреп, ғашиҡ булған һәм өйләнергә ризалыҡ һорап, уның атаһына барған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөнәрле булыуҙың ҡиммәтеҺөнәрле булыуҙың ҡиммәте
Һөнәрле булыуҙың ҡиммәте

– Ниндәй һөнәрең бар? – тип һораған балыҡсы.

Егет:

– Байлығыбыҙ үҙ ғүмеребеҙгә лә, балаларыбыҙҙың балаларына ла етерлек, – тигәс, күп уйлап тормай:

– Байлыҡ – бер айлыҡ, уға ышаныс юҡ. Һөнәре булмаған кешегә мин ҡыҙымды бирә алмайым, – тигән дә кире бороп ҡайтарып ебәргән.

Нисәлер айҙан һуң егет килеп, балыҡсының ҡыҙын яңынан һораған.

– Мин кәрзин үрергә өйрәндем, бына был кәрзинде үҙем яһаным, – тигән.

– Балыҡсы, ҡыуанып:

– Инде мөмкин! – тигән дә ҡыҙының никахына шунда уҡ ризалығын биргән.

Фото: andareatartufi.com

Автор:
Читайте нас