

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мөһим аминокислоталарҙың береһе триптофан – тән күҙәнәктәренең ҡартайыуына ҡаршы тора. Шулай уҡ, баш мейенең һәйбәт эшләүе, психиканы нормаль хәлдә тотоу өсөн кәрәк. Был емеште яратҡан кешеләрҙең тештәре һәм теш ҡаҙналары ныҡ була.
Хөрмәне, башҡа киптерелгән емештәр кеүек, күкерт кислотаһы менән эшкәртмәйҙәр. Шуға уны ҡурҡмайса рәхәтләнеп ашай алаһығыҙ. Көндәлек рационына был татлыҡайҙы керткәндәр бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Ул токсин һәм шлактарҙы сығара, имунитетты күтәрә, хәтерҙе яҡшырта.
Хөрмәнең составында күкрәк һөтөн арттырыусы окситоцин матдәһе бар. Бала ашатыусы әсәләр быны ла иҫтә тотороға тейеш.
Фото: 3kmu.ru