

Мәсьәләне яйға һалыу юлдарын эҙләүгә күберәк иғтибар йүнәлтеү хәйерле. Пәйғәмбәр үҙ дәрәжәңде төшөрмәҫкә, тормош ауырлыҡтарын үҙ кәмселектәрең менән бәйләмәҫкә саҡырған. Мәҫәлән, бер хәҙистә шулай тиелә: “Берәү ҙә: “Имандан яҙҙым”, – тимәһен. “Хаталандым”, – тип әйтегеҙ” (әл-Бохари йыйынтығынан).
Фото: wallhere.com