+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
5 Декабря 2022, 06:00

Һыуыҡтар көсәйәсәк

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -11, -16 градус була.

Һыуыҡтар көсәйәсәкҺыуыҡтар көсәйәсәк
Һыуыҡтар көсәйәсәк

Шишәмбе, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә -18, -23, урыны менән -26, -31 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -13, -18 градус була.

Шаршамбы, 7 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24, урыны менән -27, -32, көндөҙ -13, -18.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас