Хәҙер әсәйем вафат. Уға нимә менән саҙаҡа ҡылыу хәйерлерәк булыр?” Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт уға: “Һыу менән”, – тип яуап бирә.
Ябай кеше был һүҙҙәрҙе бер сынаяҡ һыу биреү тип аңлар ине. Ләкин сәхәбәләр бик тәрән фекер йөрөткән. Был кеше Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәттең яуабын алғас, үҙ әсәһе хөрмәтенә ҡойо ҡаҙыта һәм уға ҡәҙерлеһенең исемен ҡуша. Кеше шул ҡойонан һыу алған һайын Сәғиттең әсәһенә һәм уның үҙенә ла саҙаҡа, әжер-сауаптар була. Шулай итеп, һыу бик яҡшы саҙаҡа булып тора”, - тип яҙа Ғәбделхаҡ хәҙрәт Саматов.
Фото: ru24.net