+14 °С
Дождь
Төрлөһөнән
7 Декабря 2022, 07:00

92 йәштә рүлгә ултырһаң...

Үткән көндө Балаҡатай районында 92 йәшлек бабай “Лада Гранта” машинаһы руле артында юл ситенә сығып осоп, ағасҡа бәрелгән. Өлкән йәштәге шофер медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.

92 йәштә рүлгә ултырһаң...92 йәштә рүлгә ултырһаң...
92 йәштә рүлгә ултырһаң...

Бабайҙың машина йөрөтөү таныҡлығының 2018 йылда ғәмәлдән сығыуына бәйле рәүештә, транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмауы асыҡлана. 92 йәшлек ҡарт медицина күрһәтмәләренә бәйле рәүештә документын яңырта алмаған.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, илебеҙҙә билдәле бер йәшкә еткәс, автомобиль менән идара итеү туранан-тура тыйылмай. Әммә ололарға машиналары менән идара итеүҙе тыйырлыҡ нормалар бар. Һүҙ хәүефһеҙ йөрөтөүгә ҡамасаулаған ауырыуҙар исемлегенә нигеҙләнгән автомобиль менән идара итеүгә медицина күрһәтмәләре булыуы хаҡында бара.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас