+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
9 Декабря 2022, 09:00

Һөмһөҙләнеү

Юлда йыш йөрөгәс, төрлө хәлдәргә юлығаһың. Шу­ларҙың береһен,  элек булғанын, бәйән итмәксе­мен.Күрше райондан ҡайтып киләм. Тиҙлекте арттырған өсөн гаишниктар туҡтатты. Быларҙың ҡулы­нан нисек иҫән-аман ҡотолорға?– Сержант Фәләнов, документ­тарығыҙ?

ҺөмһөҙләнеүҺөмһөҙләнеү
Һөмһөҙләнеү

– Ә һеҙҙеке?
Күрһәтә. Мин дә сығарҙым.
– Һеҙ тиҙлекте арттырҙығыҙ.
– Арттырманым.
Прибор күрһәтә.
– Приборға рөх­сә­тегеҙ бармы?
– Бар.
– Күрһәтегеҙ әле.
Асыуынан шарт­лар­ға етешкән мент миңә ниндәйҙер сәйер ҡағыҙҙың күсермәһен һона. Йөҙөмә ғәжәп­ләнеү билдәләре сығарып һорайым:
– Был нимә?
– Ошо приборҙы файҙаланыу өсөн рөхсәт.
– Беләһегеҙме, – тим тегеңә, – әгәр мин право йә­­ки техпас­порттың күсермәләре менән руль артына ултырһам, алыҫ китә аламмы?
– Юҡ.
Шунда әңгәмәгә йәнә ике мент килеп ҡушылды. Улар ун минут буйына мине үҙҙәренең хаҡлы икән­легенә ышандырырға тырышты. Һүҙ көрәштереп арынылар булһа кәрәк, ниһайәт, ебәр­ҙеләр.
Үҙ алдыма йылмая-йылмая юлымды дауам итәм. Күпмелер ваҡыттан һуң тағы туҡтаттылар. Ауыл урамынан сәғәтенә 90 километр тиҙлек менән үткәйнем. Ер аҫтынан ҡалҡып сыҡтымы ни, мент пәйҙә булды. Ауыҙын ҡолаҡтарына ҡәҙәр йырып машинаһына са­ҡырҙы. Бер ни эшләр хәл юҡ, инеп ултыр­ҙым. Радар менән ноутбук тора, миңә видеоһүрәт күрһәтәләр. Башымды иҫәргә һалып, при­борығыҙға рөхсәт бармы, тип һораным.
– Бар!
– Күрһәтегеҙ әле.
Ул документтың төп нөсхә­һен килтереп сығарҙы. Эләк­тем былай булғас! 30 километр артыҡ... Ҡиммәткә төшәсәк... Ҡапыл башыма бик шәп фекер килде:
– Ноутбуктың программаһы лицензияланғанмы?
– ???
Ике күҙе дүрткә әйләнгән мент һүҙһеҙ генә документтарымды кире ҡайтарҙы.
Бер сәғәттән өйҙә инем инде.

А. ЙОМАҒОЛОВ.

Автор:
Читайте нас