+25 °С
Ясно
Төрлөһөнән
12 Декабря 2022, 11:00

Шихандарыбыҙ ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде

“Башҡорт шихандары Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға бер аҙым яҡынайҙы”, – тип яҙалар Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең социаль селтәрендәге битендә. “Тауҙарҙы  бындай объекттарҙың башланғыс исемлегенә индерәләр.

Шихандарыбыҙ ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелдеШихандарыбыҙ ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде
Шихандарыбыҙ ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде

Был республика өсөн нимәне аңлата? Конъюктураға ҡарамаҫтан, БМО-ның абруйлы ойошмаларының береһе булған ЮНЕСКО шихандарҙың үҙенсәлеклеген уларҙың бөтә донъя ҡиммәтен һәм әһәмиәтен таный.

Бөтә донъя мираҫы оъекттары исемлегенә индереү тауҙарҙы һаҡлап ҡалыу ысулы ғына түгел. Был донъя даны һәм һөҙөмтәлә көслө иҡтисади стимул.

Ыңғай сиселеш көтәбеҙ һәм туристик инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ”, – тип яҙғандар Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендәге битендә.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас