+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Декабря 2022, 07:00

Йәнә һыуытырға уйлай

“Башгидрометеорология” үҙәге алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10 градус.

Йәнә һыуытырға уйлайЙәнә һыуытырға уйлай
Йәнә һыуытырға уйлай

Шаршамбы, 14 декабрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, киҫкен. Төндә -12, -17, республиканың көнсығышында -20, -25 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ -5, -10 градус, көнсығышта -15-кә тиклем.

Кесаҙна, 15 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -10, -15, көньяҡ-көнсығышта -20, -25 градус. Көндөҙ -6, -11, көньяҡ-көнсығышта -16 градус булыуы көтөлә.

Фото: pibig.info

Автор:
Читайте нас