

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, квитанцияларҙы өс йыл буйы һаҡларға кәрәк. Улар яңылышлыҡ буйынса бер мәртәбә түләгән өсөн икенсе тапҡыр түләүҙе талап иткән осраҡта кәрәк булыуы ихтимал. Бындай хәлдәр идара итеүсе компания алмашынғанда йыш булырға мөмкин.
Электрон түләүҙәр шулай уҡ һаҡланған йәки баҫтырып алынған ҡағыҙ чектар менән раҫланырға тейеш. Улай итеү иҫәбегеҙҙе япҡанда йәки банк лицензияһы тартып алынғанда идара итеүсе компания һеҙҙең түләүҙәрҙе раҫлауҙы һорағанда кәрәк буласаҡ.
Фото: www.ctv.by