+23 °С
Дождь
Төрлөһөнән
19 Декабря 2022, 07:00

Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте 2023 йылға хеҙмәт календарын баҫтырып сығарҙы. Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ял итәсәк.

Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ?Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ?
Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, йәкшәмбегә тура килгән ял көндәре 24 февралгә һәм 8 майға күсерелә. Шулай итеп, 2023 йылдың февралендә республика халҡы дүрт көн рәттән - 23-26 февралдә ял итә. Майҙа шулай уҡ ғинуарҙағы ял көндәрен күсереү сәбәпле, 6 майҙан 9-ына тиклем рәттән дүрт ял көнө буласаҡ.

Яңы йыл байрамдарында, 31 декабрь - оҙайлы ялдарҙың тәүге көнө, ә 8 ғинуарҙа һуңғыһы булып килеп сыға. 5/2 графигы буйынса эшләгәндәрҙең барыһына ла 2023 йылдың 9 ғинуарында эшкә сығырға кәрәк буласаҡ.

https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2022-12-18/menyu-ya-y-yyl-bayramdarynda-nisek-yal-it-be-3077447

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас