

Өйөгөҙ интерьерында ҡыҙыл төҫ булмау хәйерле. Бүлмәләрегеҙҙе биҙәү өсөн яҡты төҫтәрҙе, йәшелде һайлағыҙ. Тере сәскәләрегеҙ, бүлмә гөлдәрегеҙ бар икән, бик һәйбәт. Хайуан һүрәте төшкән ашъяулыҡтарығыҙҙы алып ҡуйып тороғоҙ. Йыл хужаһы “көндәш бар” тип уйламаһын. Диван-карауаттарығыҙға йомшаҡ япҡыстар алып йәйегеҙ, бәләкәй мендәрҙәр теҙеп ҡуйығыҙ. Урын уңайлы булыу менән үҙенә йәлеп итеп торорлоҡ булһын. Йыл хужалары икәү булғанлыҡтан, өҫтәлегеҙ һыйы ҡуянға ла, бесәйгә лә хуш килергә тейешлеген онотмағыҙ. Ризыҡҡа килгәндә инде, балыҡтың төрлөһөн ҡуйығыҙ: ҡыҙҙырылғанын, тоҙлоһон. Йәшелсәләр ҙә ҡыҙғанмағыҙ. Төп иғтибарҙы ҡабымлыҡ һәм салаттарға биреп ҡарағыҙ әле. Ҡунаҡтарығыҙға төп һый итеп – тултырылған тауыҡ та тәҡдим итегеҙ.
Фото: tvcenter.ru