+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
26 Декабря 2022, 05:00

Ҡуян йылы беҙгә нимә әҙерләй?

Алдағы йыл тотороҡло булырға тейеш. Ҙур иҡтисади тетрәнеүҙәр булмаҫҡа оҡшаған. Белгестәр 2023 йылда тормошто үҙгәртәсәк ваҡиғалар планлаштырмаҫҡа ҡуша. Йылды ғәҙәти эштәр менән шөғөлләнеп, тыныс үткәрергә кәрәк буласаҡ.

Ҡуян йылы беҙгә нимә әҙерләй?Ҡуян йылы беҙгә нимә әҙерләй?
Ҡуян йылы беҙгә нимә әҙерләй?

Сөнки Ҡуян да, Бесәй ҙә (был йылдың икенсе хужаһы) киҫкен хәрәкәттәр яратмай. Ә бына никахлашыу өсөн бик һәйбәт йыл килә икән! Йыл хужаһы ғаилә ҡорғандарҙы яратыр.

2023 йылда нәмәгә генә тотонһағыҙ ҙа саманы онотмағыҙ. Ҡыҫҡаһы, самаһыҙ ҡыланмағыҙ.

Ҡуян йылы сәйәхәткә сығыу өсөн иң яҡшы йыл. Шуға йәйге ялығыҙҙы өйҙә үткәрмәҫкә тырышығыҙ. Быға тиклем бармаған берәй ергә барып ҡайтһағыҙ, уңышлы булыр. Алдағы йылда торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүселәр ҙә уңышҡа ирешәсәк, тип ышандыра белгестәр.

Фото: nashcheremshan.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас