

60 сантиметрлы шыршы ағасын 20 долларға һатып алғандар. Байрам тамамланғас, уны киләһе йылға тиклем һаҡлап ҡалырға тип һауытҡа ултырталар. Ағас тамыр алып, үҫеп китә. Йыл һайын Яңы йылға шул ағасты биҙәү ғаилә традицияһына әүерелә. Әлбиттә 34 йыл эсендә ул шаҡтай ҙурая. Осо тубәгә теймәһен өсөн, уны киҫеп торалар. Бынан тыш, йылына бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ һауытҡа күсереп ултырталар.
Джина һәм Джо шыршыны малайҙарына мираҫ итеп ҡалдырырға ниәтләй. Был ағастарҙың ғүмер оҙонлоғо 300 йылға етә, Шуға күрә ул күп быуындарға етәсәк.
Фото; https://dzen.ru/