+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән
29 Декабря 2022, 06:00

Яңы йыл байрамдарында эш хаҡы нисек түләнә?

Яңы йыл байрамдарында хеҙмәт хаҡы закон буйынса 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем арттырылған күләмдә түләнә, тип хәбәр ителә  Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт сайтында.

Яңы йыл байрамдарында эш хаҡы нисек түләнә?Яңы йыл байрамдарында эш хаҡы нисек түләнә?
Яңы йыл байрамдарында эш хаҡы нисек түләнә?

«2023 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем - байрам көндәре. Хеҙмәт кодексында ошондай көндәрҙә эшкә йәлеп ителгәндәргә арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялары билдәләнгән. Хеҙмәткәрҙәргә - икеләтә күләмдә. Килешеү буйынса эшләүселәр (сдельная) - икеләтә килешеү хаҡынан кәм түгел. Хеҙмәте тариф буйынса түләнгән хеҙмәткәрҙәр өсөн - икеләтә тариф ставкаһынан кәм булмаған күләмдә», - тиелә белдереүҙә.

Шулай уҡ ведомствола белдереүҙәренсә, байрам көнөндә эшләгән өсөн уға хеҙмәткәрҙең теләге буйынса башҡа көндө ял  бирелеүе мөмкин. Был осраҡта эш бер тапҡыр түләнә, ә ял көнөндә түләнмәй.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас