

*Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөктәр менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
*Ҡышын шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
*Ҡыш көнө ҡояш әйләнәһендә дүңгәләк күренһә, буран сығыр.
*Көндәр аяҙға тартырға булһа, ҡоштар үҙ-үҙҙәрен суҡып, томшоҡтары менән ҡойроҡтарын тарарҙар.
Фото: 63ch.ru