+3 °С
Облачно
Төрлөһөнән
3 Января 2023, 08:00

Ылаҡ

("Һәнәк" йондоҙнамәһе) Зодиак билдәләренең ирмәк ҡылыҡ­һырламаһы раҫлауынса, Ылаҡ – ике ҡапма-ҡаршылыҡты ғүмер баҡый тигеҙләүсе маятник. Был билдә аҫтында тыуған балаларға өлкәндәрсә етдилек һәм нигеҙлелек хас. Ул сифаттарҙан ҡартайғас та арына алмайҙар.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЫлаҡЫлаҡ
Ылаҡ

Ылаҡ упҡынға ташланғандай, баштан-аяҡ эшкә сума, унан уны тартып сығарыу мөмкин түгел. Үтәлмәҫтәй эшкә лә бар күңелен һәм көс-ҡеүәтен һала. Әйткәндәй, Ылаҡтың типтергеһе килһә, был эшкә лә тулыһынса бирелә, хәлдән тайғансы күңел аса. Ҡыҙғаныс яҙмыштан уны иғтибарын тағы ла ҡыҙығыраҡ нимәгәлер йәлеп итеп кенә ҡотҡарып була.
Ылаҡ – төҙәлгеһеҙ пессимист. Әгәр ул тирә-йүндәгеләрҙең барыһы ла кеше башы аша атлап уңышҡа ирешкән тип инанһа, хет башына ҡаҙыҡ ҡаҙа – уны барыбер дүндереп булмай.

ЮЛАМАН.

Автор:
Читайте нас