+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
4 Января 2023, 06:00

Һыйлы көнөң һыйырҙа

(Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр) *Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар.*Быҙауы үлгән һыйырҙа һөт булмаҫ.*Ишек алдында һыйырың булһа, өҫтәл өҫтөндә һыйың булыр.

Һыйлы көнөң һыйырҙаҺыйлы көнөң һыйырҙа
Һыйлы көнөң һыйырҙа

*Ҡара һыйыр бәләһе ала һыйырға ябыла.
*Ҡыҫыр һыйырҙан һөт көтмә.
*Үлгән һыйыр һөтлө була.
*Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра.
*Һөмһөҙ һыйыр үҙ көтөүен танымаҫ.
*Һөт бирмәгән һыйырҙы иткә һуялар.
*Һыйлы көнөң һыйырҙа.
*Һыйлағанды һыйыр ҙа белә.
*Һыйыр ашауҙан туймаҫ.
*Һыйыр тоҙ ялағанда быҙауы боҙ ялай.
*Һыйыр тулаһа, аттан яман.
*Һыйырҙың тубығына һыу тейһә, һөтө кәмей.
*Һыйыры бар асҡа үлмәҫ.

Фото: biser-optom.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас