

Духовкала тәмле ризыҡтар әҙерләргә барыбыҙ ҙа ярата. Мейестә томалап бешерелгән ризыҡ файҙалы ла, тәмле лә була шул. Ит балыҡ, йәшелсәләрҙе әҙерләгәндә, бигерәк тә фольга ярҙамға килә.
Фольганың бер яғы – ялтырауыҡ, икенсе яғы – тоноҡ. Ризыҡты ҡайһы яғына һалырға һуң?
Тоноҡ яғы йылыны үткәрә, ә ялтырауығы сағылдыра. Шуға ла духовкала әҙерләгәндә, ризыҡты ялтырауыҡ яғына һалырға кәрәк. Тоноҡ яғы аша йылылыҡ үтеп керә һәм сығып китмәй. Балыҡ һәм ит тиҙерәк тә, һутлы ла булып бешәсәк.
Фото: delovkusa.ru