+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
9 Января 2023, 12:20

Ни өсөн Хоҙай ҡышты һалҡын иткән?

Ҡыш – ул ахирәтте иҫкә төшөрөү, ә ҡышҡы һалҡынлыҡ – йәһәннәмде. Йәһәннәмдә ут һәм ялҡын ғына түгел, түҙә алмаҫлыҡ һалҡын да бар, ул “зәмһәрир” тип атала.

Ни өсөн Хоҙай ҡышты һалҡын иткән?Ни өсөн Хоҙай ҡышты һалҡын иткән?
Ни өсөн Хоҙай ҡышты һалҡын иткән?

Көслө һалҡындар – ул йәһәннәмдең сығышы.

Хәҙистә былай тиелә: “Ут, Раббыға зарланып: “Аллаһым, мин үҙемде ашайым!” – ти. Ул сағында уға ике тапҡыр һулыш сығарырға рөхсәт ителә: береһе – ҡыш, икенсеһе йәй көнө. Был һеҙ тойған иң көслө эҫелек һәм иң көслө һалҡындар (зәмһәрир)”.

Ҡайһы ваҡыт ҡыш көнө үтә лә һалҡын була! Ләкин был һалҡын тамуҡ һыуығы менән сағыштырғанда бер ни ҙә түгел. Ундағы һалҡындан ҡотола алмайһың һәм был донъялағы кеүек йәшенергә мөмкин булған һыйыныу урыны юҡ.

Риүәйәттә йәһәннәмдә йәшәүселәр эҫенән ҡотҡарыуҙы һораясаҡтар, һәм Аллаһы Тәғәлә уларға шул тиклем ҡырыҫ, һөйәктәрҙе һындырырлыҡ һалҡын ебәрәсәк, шул ваҡытта тамуҡта йәшәүселәр утты кире ҡайтарырға һораясаҡ, тиелә.

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе мәңгелек донъяла шундай һынауҙарҙан һаҡлаһын! Был ҡышҡы көндәр үҙенең бар гүзәллеге менән беҙҙең өсөн ғибрәт булһын. Беҙ был донъянан тыш һалҡынлыҡты тоймаһаҡ һәм ахирәттә Аллаһы Тәғәләнең рәхим-шәфҡәтенән мәхрүм булмаһаҡ ине.

Фото: m.ok.ru

https://kiziltan.ru/news/iman/2023-01-09/ni-chen-alla-kyshny-salkyn-itk-n-3097549

Автор:
Читайте нас