+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
10 Января 2023, 10:00

Орхидеяларға һарымһаҡ файҙалы

Орхидея үҫеүҙән, сәскә атыуҙан туҡтаһа, ауырыу билдәләре һиҙелһә, һарымһаҡ менән дауалап ҡарағыҙ. Һарымһаҡ һыуы тамырҙарын активлаштыра, сәскә аттыра, инфекция һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлай.

Орхидеяларға һарымһаҡ файҙалыОрхидеяларға һарымһаҡ файҙалы
Орхидеяларға һарымһаҡ файҙалы
Банка йәки керамик һауытҡа 0,5 л ҡайнар һыу ағыҙып, 2 тырнаҡ һарымһаҡты ыуаҡлап йәки иҙеп һалығыҙ. 1 сәғәт ҡараңғы урында тотоғоҙ. Һыуынғас, һөҙөргә кәрәк. 1 л һыуға 3 аш ҡалағы һарымһаҡ һыуы өҫтәп, гөлдәргә һибегеҙ. Һарымһаҡ һыуын ике аҙнаға бер тапҡыр һибеү етә.
Төнәтмәгә 1 төймә гәрәбә кислотаһы (янтарная кислота) өҫтәргә лә мөмкин. Бындай ҡатнашманы 3 көндән артыҡ һаҡламайҙар.
Орхидея өсөн бүлмә температураһы 22-25 градус йылы булырға тейеш.
Гөл үтә күренмәле һауыт ярата. Дым артыҡ булған осраҡта, тамыры сереүе ихтимал.
 
Фото: mognotak.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас