+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
10 Января 2023, 05:00

Һынамыштар

*Ғинуар йылы булһа, яҙ һуңлай. Ғинуар йылы – март һалҡын. *Ғинуар ҡарһыҙ һәм һыуыҡ булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар йыш булһа, йәй ямғырлы була.

*Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.

*Ғинуарҙа ҡоро һәм һыуыҡ булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.

*Ғинуар һыуыҡ булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.

*Был айҙа боҙ һөңгөһө күренһә, уңыш яҡшы була.

*Йылдың беренсе айы болотло булһа, икмәк уңмаҫҡа мөмкин.

*14 ғинуарҙа ҡар яуһа, икмәкле йыл була.

*19 ғинуарҙа көн аяҙ икән – йәй ҡоро, болотло көн булып, ҡар ҙа яуһа – йәйгеһен яуым-төшөмдәр ғәҙәттәгесә булып, йыл яҡшы килә.

*25 ғинуарҙа ҡояш сыҡһа – ҡоштар иртә килер, ҡар яуһа – йәй ямғырлы булыр.

 

Фото: fondu4ok.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас