+24 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Января 2023, 04:00

Истиғфар нимә ул?

Истиғфар – гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорап Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыу була. Йәғни, раббым, минең гонаһтарымды ғәфү ит, тип Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеүҙе аңлата.

Истиғфар нимә ул?Истиғфар нимә ул?
Истиғфар нимә ул?

Мәҫәлән, ауыҙыңдан бер гонаһлы һүҙ сыҡты икән, шунда уҡ “Әстәғәфируллаһ”, йәғни Аллаһ мине ғәфү ит тип әйтергә кәрәк. Был шул мәлдә әлеге гонаһты юйыуға килтерә.

Истиғфар күберәк тәүбә менән бергә ҡылына. Әммә тәүбә менән бергә булмаҫҡа ла мөмкин. Ҡайһы берәүҙәрҙең тәүбә ҡылып та истиғфар итмәүе. Йәғни истиғфар итеп тә тәүбә ҡылмауы мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙистәренә тәүбә менән истиғфарҙы икеһен бергә ҡылыу хаҡында күп тапҡырҙар әйтте.

Фото: www.culture.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас