

* Манный ярмаһын һалҡын һыуҙа ебеткәндән һуң ҡайнар һөткә һалһаң, бутҡаның төйөрҙәре таралып, йомшаҡ булып бешер.
* Фасоль бешергәндә һыуға бер ҡалаҡ көнбағыш майы һалһағыҙ, йомшаҡ булыр.
* Сәскәле кәбеҫтәне тоҙло һыуҙа һауыттың ҡапҡасын япмайынса бешерәләр. Шунда ғына ул аҡһыл төҫөн һаҡлап ҡала.
* Лимондың һуты күберәк бүленеп сыҡһын өсөн, уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалып торалар.
* Помидорҙы ҡайнар һыу менән бешекләһәгеҙ, ҡабығы тиҙерәк әрселер.
*Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырып алғандан һуң, өҫтөнә аҡ май һалһағыҙ, тәмле була.
* Бәлешкә әҙерләнгән алма ҡараймаһын тиһәгеҙ, аш һеркәһе һеңдерелгән салфеткаға төрөгөҙ.
* Тоҙло ҡыярҙың һыуына аҙ ғына горчица һалһағыҙ, ул оҙағыраҡ һаҡланыр.
* Фарш ҡулға йәбешмәһен өсөн уға әҙ генә үҫемлек майы ҡушығыҙ.
* Картуф хуш еҫле булып бешһен өсөн һыуға лавр япрағы, һарымһаҡ, аҙ ғына укроп һалығыҙ. Аҡ май өҫтәһәгеҙ, тиҙерәк бешер.
Фото: sibmama.ru