

Уның бөрөһөнөң оҙонлоғо ике метрға ет, ә һуғанының ауырлығы – 21-23 килограмм. Әлеге сәскә 10-15 йылға бер тапҡыр, бары өс көн генә сәскә ата. Был мөғжизәле үҫемлек Германия халҡын ғәжәп сәскәләре менән һуңғы тапҡыр 2012 йылдың март айында һоҡландырған. Ҡарап тороуға бик матур ғына булһа ла, сәскә атҡан мәлендә бик һаҫыҡ еҫ сығара икән. Аморфофаллусты халыҡта “Вуду лилиәһе”, “иблис теле”, тип тә йөрөтәләр. Көн һайын гигант сәскәләрҙе күрергә 2,5-3 меңгә яҡын кеше килгән. Сәскәне тәүлек буйына веб-камера күҙәтә, ул датчиктар менән уратып алынған. Сәғәт һайын сәскәнең температураһын үлсәп торалар. Тажы асылғанда уның температураһы 37 градусҡа ҡәҙәр күтәрелгән булған.
Фото: plodovije.ru