+25 °С
Облачно
Төрлөһөнән
17 Января 2023, 07:00

Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ

Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны араһында Рәсәй мосолмандары өсөн 2023 йылғы хаж миҙгелен ҡылыу хаҡында килешеү имзаланған. Килешеүгә ярашлы, 2023 йылда Рәсәй мосолмандары өсөн хажға квота 25 мең урын тәшкил итә.

Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡБыйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ
Быйыл хажға 25 мең кеше барасаҡ

Шулай итеп, хаж ҡылыу өсөн квоталар күләме пандемияға тиклемге дәрәжәгә ҡайтарылды. Бынан тыш, хаж ҡылыусылар өсөн уҙған йыл донъяла санитар-эпидемиологик хәл уңайынан кертелгән барлыҡ йәш сикләүҙәре бөтөрөлдө.

2020 йылда квоталарҙың дөйөм һаны 3 миллион булды, шул иҫәптән Рәсәй өсөн – 25000. Ике йыллыҡ тәнәфестән һуң, Рәсәй хажиҙары 2022 йылда беренсе тапҡыр сикләү шарттары менән хаж ҡылды – төп шарттарҙың  береһе 65 йәшкә тиклем сикләү менән бәйле ине.

2023 йылда хажға юлламалар өсөн квоталар Рәсәй мөфтиәттәре һәм координация үҙәктәре араһында һуңыраҡ бүленәсәк.

Фото: islam.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас