+25 °С
Ясно
Төрлөһөнән
17 Января 2023, 05:00

Ил ағаһына һәйкәл ҡуйыласаҡ

Өфөлә республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уның авторы бынан алда генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡойған скульптор Салауат Шербаков.

Ил ағаһына һәйкәл ҡуйыласаҡИл ағаһына һәйкәл ҡуйыласаҡ
Ил ағаһына һәйкәл ҡуйыласаҡ

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа тиҙ арала, ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Лира ЯҠШЫБАЕВА
(МОРТАЗА РӘХИМОВтың  80 йәшенә арнап яҙылған шиғыр)
Мортаза абзыйға мәдхиә
 
Урал ҡаяһының иң башында
Үҫә тиҙәр олпат бер имән.
Оҙон ғүмер кисергән бәһлеүән,
Тамыры тиҙәр тауға ереккән.

Ыжғыр елдәр бейектә бик уҫал,
Япраҡтарын йолҡоп өҙгөләй,
Тамырҙарын киҫергә уҡталып,
Олонҡайын ергә бөккөләй.

Тик тауға ереккән ул имәнде
Йолҡоп ырғытырҙай ҡулдар юҡ.
Аллаһ үҙе үҫтергән бит уны
Аллаһтан юғары көстәр юҡ.

Аллаһ уға үҙе ҡөҙрәт биргән,
Аллаһ ҡушҡан юлдан ул бара.
Тау йөрәгендәге һүнмәҫ уттан
Тамырҙары ғәйрәт, һут ала.

Урал тауҙа үҫкән көслө имән
Абзый, һин бит, һинең фиғелең.
Мөһабәт булыуың, олпатлығың
Хәс тә һинең булмыш, буй- һының

Һин йәшәйһең халҡым,
Илем, телем тиеп,
Ғәм, сәм тулы ҡайнар йөрәгең.
Тағы беҙгә һиндәйҙе ебәрһен -
Аллаһтан ялбарып теләйем.

Ул имән ныҡ көйө, мең йыл торор,
Ел-дауылдарға ла бирешмәй.
Урал имәнендәй, абзый, ныҡ бул,
Имәндәргә һағыш килешмәй.

Һине, абзый, халҡың һөйөп ҙурлай,
Данлау, маҡтауҙарға лайыҡһың.
Бер йәндән яралған,
Бер ҡандан таралған
Һандалда сыныҡҡан ҡоросһоң!
 
Фото: delomir.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас